ҺАРНАУ (речитатив м‑н йырлау), башҡорт фольклоры жанры, арбау‑имләү формулалары (ҡара: Арбау). Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Ҡамлау йолаһы ваҡытында баҡсы тарафынан әйтелә. Аныҡ ритмға һалынған текст махсус хәрәкәттәр м‑н оҙатыла. Дөңгөр, ҡумыҙ йәки ҡыл ҡумыҙға ҡушылып һамаҡ стилендә көйләп йәки көйләп‑һөйләп башҡарыла. Һ. Тәбиғәт рухтарын мәрхәмәтлеләндереүгә, ауырыу сәбәптәрен асыҡлауға һәм бөтөрөүгә һ.б. йүнәлтелә. Иң ҙур төркөмдө Күк көстәренә, стихияларға арналған Һ. тәшкил итә. Мәҫ., беренсе күк күкрәү боронғо төркиҙәрҙә Тәңре (ҡара: Тәңрелек) һауанан ике тәгәрмәсле арбала, башҡорттарҙа Аҡбуҙатта һыбай үтеп киткән, тип ҡабул ителә, шуға күрә башҡарыусылар Күк килеү йолаһы ваҡытында, күк атын ҡулға эйәләштереүҙе имитациялап, йүгәндәр, ҡыңғырауҙар сылтырата, ергә сыбыртҡы шартлата һәм бәрәкәт саҡырған Һ. әйтә: “Ҡорайт, Күгем! Ҡорайт, Күгем! /Уралдан кил — /Һыйыр һөтлө була! /Үлән һутлы була! /Ҡорайт, Күгем! /Яландан кил — /Бейә һөтлө була! /Ҡорайт, Күгем! /Уралдан кил! Яландан кил! /Һыйыр һөтлө була! /Бейә һөтлө була!”. Һ. башҡарып ямғыр (“Ямғыр, яу! Яу! Яу! / Иген үҫһен тау, тау!”) һәм йәйғор (“Йәйғором! Йәйғором! /Кил! Кил! Йыл алып кил!”) саҡырыла. Ҡайһы бер Һ. һауыҡтыра торған йолалар (ҡара: Ҡот ҡойоу, Халыҡ медицинаһы) ваҡытында әйтелә: “Ҡайт, ҡотом, /Ҡорайт, ҡотом! /Ағын һыуҙай ағып кил! /Иҫкән елдәй елеп кил, /Аҡ балыҡтай йөҙөп кил!”. Һ. йыш ҡына ата‑бабалар рухына (Түлкә, Ҡарымҡот, Ҡорҡот ата һ.б.) һәм тотем хайуандарына ярҙам һорап мөрәжәғәт ителә: “Әй, изге рух, изге ҡот! /Саҡырғанда кил, ҡотом, /Сирле, сырхаулының /Эйәһен килтер, изге рух! /Минең әмерем буйынса, /Ҡорҡот рухы буйынса, /Түлкә атай, ярҙам ит, /Дауа бирһәң — мин бын­да!”. Һ. байтаҡ төрки телле халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: Салтыков И.В. Башкирские народные песни //Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Уфа, 1974. Вып.1; Башкирское народное творчество. Т.12. Обрядовый фольклор. Уфа, 2010.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова