ҺАРҒАМЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 103; 1939 — 247; 1959 — 785; 1989 — 359; 2002 — 303; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Миәшәгәр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1886 й. Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусы Мырҙалар‑Мәсетле а. (хәҙ. Мәсетле а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка, Пермь губерналарынан һәм Өфө губернаһынан күсеп килеүселәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 12 йортта 82 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.Р.Яруллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов