ҺАРҒАЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Яманғыр һыртынан алып Үҙән й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Оҙонлоғо яҡынса 11 км, киңлеге 6—8 км, абс. бейеклеге 943 м. Формаһы яйла һымаҡ, бейеклеге 702—943 м булған 6‑ға яҡын түбәһе бар. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, йылға үҙәндәре, йырындар һәм тау араһы уйпатлыҡтары м‑н ныҡ йырғыланған. Битләүҙәре текә, һырттың төньяҡ өлөшө яйлап Яманғырға күсә. Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан ғибәрәт. Һыртта Даниловский ключ й. (Ҡағы й. ҡушылдығы) һәм Үҙән й. ҡушылдыҡтары (Буралғол, Йүкәле, Ҡарамансал, Ҡолоҡай, Оло Һарғая, Оло һәм Кесе Әнкес, Сөмғөтйылға, Туңҡай, Әлмөхәмәт һ.б.) башлана. Ландшафы һоро тау‑урман һәм органоген‑ҡырсынташлы дала‑тау тупраҡтарындағы ҡайын, ҡарағай, ҡарағас урмандарынан, тау далаларынан тора. Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов