ҺАРАУЫС, башҡорт ҡатын‑ҡыҙының традицион маңлай биҙәүесе (ҡара: Башҡорт кейеме). Киндер туҡыманан (оҙонлоғо 25—40 см, киңлеге 8—16 см) эшләнә, өҫкө һәм аҫҡы ситтәренә ҡыҙыл, һирәгерәк көрән төҫтәге кизе‑мамыҡ йәки киндер ҡайма тегелә. Һ. алғы өлөшө төрлө төҫтәге ебәк йәки йөн ептәрҙән сигеү м‑н биҙәлә. Тәүҙә һүрәттең контуры (башлыса трапеция рәүешендә) сигелә, һуңынан рәсемдең эсе геом., сәскә‑үҫемлек йәки зооморф (һирәгерәк орнитоморф) орнамент м‑н биҙәлә, ул башлыса ҡыя сәнсем йәки иҫәпле сигелгән шыма нағыш техникаһы м‑н башҡарыла, рәсемдең сите сатраш, биҙәк м‑н ҡаймалана; мәрйен йәки сәйлән тегеп ҡуйыла. Һ. өҫтөнән таҫтар йәки ҡашмау кейгәндәр. Ғәҙәттә туй йолалары, бала тыуыуға бәйле йолалар ваҡытында бүләк ителгән. Урал аръяғында, Башҡортостандың көнсығыш (башлыса тау‑урман), көньяҡ‑көнсығыш райондарында таралған. Мариҙар, сыуаштар, татарҙар, удмурттар һ.б. кейемендә осраған.

Әҙәб.: Никонорова Е.Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002; Руденко С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Е.Е.Нечвалода

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина