ҺАРАЙҪА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 222 кеше; 1920 — 256; 1939 — 467; 1959 — 363; 1989 — 250; 2002 — 321; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1757 й. алып билдәле. 1795 й. 21 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 179 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. Һ. 1815 й. нигеҙләнгән Әбүбәкер а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов