ҺАРАЙЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Балышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Балышлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1147 кеше; 1920 — 974; 1939 — 796; 1959 — 615; 1989 — 335; 2002 — 280; 2010 — 264 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар; башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы Тирмә а. (хәҙ. Баштирмә а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе (1809 й. теркәлгән) б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр күсеп ултырған. Исеме “ҫарылы” этнонимынан алынған (ҡара: Мең). Шулай уҡ Һарайлы‑Моталип исеме м‑н иҫәпкә алын­ған. 1795 й. 26 йортта 195 кеше йәшәгән, 1865 й. 95 йортта — 632 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, 2 тимерлек, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Я.Х.Вәхитов, М.Х. Муллағолов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов