ҺАРАЙҒЫР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 126 кеше; 1959 — 259; 1989 — 174; 2002 — 224; 2010 — 213 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Бинаһында балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб урынлашҡан Соц.‑мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға 1930 й. Бүздәк с‑зы ойошторолған ваҡытта Вавиловка ҡасабаһы урынында Совхоздың Һарайғыр бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

З.М.Цуканова

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов