ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР б‑са төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡ‑н өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡ‑н бүлеге, 1996 й. — Башҡ‑н респ. ойошмаһы, 2007 й. алып Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте. Эшмәкәрлегенең төп йүнә‑леше — ишетеү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфә­ғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составына 13 урындағы бүлексә, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Өфө мәҙәниәт йорто инә. Ойошма ишетеү б‑са 2505 инвалидты берләштерә (2010). 2006 й. тиклем бүлексә составына Стәрлетамаҡ (1945 й. асылған), Белорет (1956), Өфө (1958) соц.‑реабилитация пр‑тиелары (бөтәһе лә — ЯСЙ) ингән; Өфө һәм Белорет пр‑тиелары — электротехник изделиелар, Стәрлетамаҡ пр‑тиеһы тегеү изделиелары сығарған.

А.Ә.Румянцева

Тәрж. Г.А.Миһранова