“ҺАНДУҒАС”, Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар фольклор ансамбле. 1983 й. ойошторола, 1997 й. “халыҡ” исемен ала. “Һ.” репертуары нигеҙен урындағы йола фольк­лоры, ш. иҫ. аулаҡ, ҡаҙ өмәһе, туй йолалары; ҡарғатуй, һабантуй, “Йорт төҙөйбөҙ”, “Кисәлә”, “Кушнаренко һандуғастары”, “Ҡунаҡҡа саҡырабыҙ”, “Шишмә һыуына баш эйәйек” һ.б. театрлаштырылған тамашалар тәшкил итә. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985), “Еңеү яҙы” (1995), “Башҡортостан аҫылташтары” (2002), “Еңеү салюты” (2005; бөтәһе лә — Өфө) респ. халыҡ ижады фестивалдәре, “Кушнаренко таңдары” фольклор­этнография байрамы (Кушнаренко а., 2007) лауреаты; “Берҙәмлек” — “Содружество” Халыҡ‑ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Өфө, 2004), Ф.Иҡсанов ис. призға “Моңға бай гармун байрамы” Респ. гармун байрамы (Яңауыл ҡ., 2007) дипломанты. Ойоштороусыһы, ҡуйыусыһы һәм художество етәксеһе — Ф.В. Нуриуллин.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов