“ҺАНДУҒАС”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр А.А.Эйхенвальд 1928 й. З.З.Илбаеванан, 1937 й. Б.М.Мәһәҙиеванан яҙып ала. К.Й.Рәхимов тарафынан 1947 й. М.Х.Хисмәтуллиндан яҙып алынған вариант беренсе мәртәбә “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫылып сыға. Артабанғы варианттарын Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик йыр. “Һ.” башҡорт еренең матурлығы маҡтап йырлана. Көйҙөң виртуозлығы текстың шиғрилығы м‑н берләшеп йырға образлылыҡ, тәьҫирлелек өҫтәй. Мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән көй сағыу моңлолоҡ, бай орнаментика, ҙур диапазон (дуодецима) м‑н айырылып тора. “Һ.” оҫта башҡарыусыларҙың береһе Хисмәтуллин була, башҡа билдәле башҡарыусылар араһында Б.Н.Вәлиева, И.М.Ғәзиев, С.И.Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), Р.С.Ишбаев, Ә.С.Шайморатова, Р.Әхмәҙиева бар. Рәхимов тауыш һәм фп., a cappella хоры, симфоник оркестр, Б.И.Шестаков хор (a cappella) өсөн эшкәртә. Көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында файҙаланыла.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова