ҺАНДУҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һандуғас й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 494; 1939 — 529; 1959 — 484; 1989 — 415; 2002 — 437; 2010 — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы Үрге Сат а. кешеләре үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 85 йортта 458 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов