ҺАН МЕНӘН ПРОГРАММАЛАНҒАН ИДАРА ИТЕҮ СТАНОГЫ, металл ҡырҡыу станогының бер төрө, индивидуаль, аҙ сериялы һәм сериялы етештереү шарттарында деталдәрҙе юғары етештереүсәнле механик эшкәртеү өсөн ҡулланыла. Һ.м.п.и.и.с. төп технологик төркөмөнә ҡырыу, тишеү һәм киңәйтеү, фрезерлау, шымартыу станоктары, ш. уҡ электрофизик һәм электрохимик ысул м‑н эшкәртеү станоктары; күп операциялы станоктар йәки эшкәртеү үҙәктәре инә. Позициялы (быраулау, киңәйтеү), контурлы (ҡырыу, шымартыу, фрезерлау) һәм ҡатнаш (күп маҡсатлы) микропроцессор системалары м‑н йыһазландырылған ике координаталы (ҡырыу һәм шымартыу), өс (быраулау, киңәйтеү, фрезерлау һәм күп операциялы), дүрт һәм биш координаталы (күп маҡсатлы) станоктар айырыла. Һ.м.п.и.и.с. деталде эшкәртеү циклы автоматлаштырылған, тейешле ҡырҡыу режимдары, ш. уҡ ярҙамсы функциялар (эш органдарын тиҙләтеп күсереү, металл ҡырҡҡыс инструментын алмаштырыу, һыуытыу системаһын тоташтырыу һ.б.) ҡуйылған. Станоктарҙың ҡайһы бер типтарында әҙерләмәне ҡыҫыу һәм бушатыу, юнысҡы соҡоу һәм уны сығарыу механизмдарын тоташтырыу һәм өҙөү, ҡырҡыу инструментының ашалыуын контролдә тотоу һ.б. автоматик рәүештә башҡарыла. Автоматлаштырылған тейәү ҡоролмалары һәм системалары булған Һ.м.п.и.и.с. автоматлаштырылған һығылмалы производствола файҙаланырға мөмкин. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында ҡорауҙың модулле принцибын ҡулланып (Рәсәй һәм сит ил етештереүселәренең комплектлау изделиелары файҙаланыла) мехатрон станок системалары рәүешендәге төрлө технологик төркөмдәргә ҡараған (ҡырыу, быраулау‑киңәйтеү, күп маҡсатлы, хонингылау) Һ.м.п.и.и.с. уйлап табыла һәм етештерелә. Әйләнеү күсәре горизонталь (160НТ моделе һ.б.) һәм вертикаль (500VT, 800VHT) булған ҡырыу станоктары, ҡырыу, быраулау, фрезерлау, киңәйтеү һ.б. төр эшкәртеү эштәренә күсеү станоктары өсөн деталдәр һ.б.; традицион вертикаль һәм горизонталь ҡоролған өс (400V, 500Н моделе һ.б.) һәм биш координаталы (500V/5 моделе һ.б.) күп маҡсатлы станоктар сы­ғарыла. 2008 й. алып ҡырыу (20000НТ моделе; ҙур габаритлы деталдәр әҙерләү өсөн), хонингылау (СС740В моделе; тышҡы һәм эске цилиндрик йөҙҙәрҙе таҙа итеп эшкәртеү өсөн) станоктары; ҡатмарлы конфигурациялы деталдәрҙе (газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен) эшкәртеү өсөн көйләнеүсе электропривод файҙаланылған станоктар етештерелә.

Е.М.Дурко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов