ҺАМАР‑ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1906 й. — 255 кеше; 1920 — 447; 1939 — 370; 1959 — 156; 1989 — 324; 2002 — 365; 2010 — 320 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1892 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тамъян улусы Оло Моҡас а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Һамар губ. күсеп килеүселәр Һамар ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 19 б. аҙ. — 20 б. башында уға 1894 й. нигеҙләнгән Ивановский ҡасабаһы ҡушылған. 1896 й. Һамар утарында 20 йортта 152 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Һамар а. (Ивановка) мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов