ҺАМАР УРТА МӘКТӘБЕ, Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. 1894 й. 2 йыллыҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәктәп яны участкаһы, баҡсаһы бар. Урта мәктәпте 2 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2008).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина