ҺАМАР ДӘҮЛӘТ ТИМЕР ЮЛДАР УНИВЕРСИТЕТЫ. Өфөләге филиалы 1958 й. Өфө уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 1 каф., 7 лаб., компьютер класы, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 10 һөнәр б‑са алып барыла: күперҙәр һәм транспорт тоннелдәре; күтәреү‑транспорт, төҙөлөш, юл машиналары һәм ҡорамалдары; транспортта (т. юл) ташыуҙы ойоштороу һәм идара итеү; т. юл төҙөлөшө, юл һәм юл хужалығы; т. юл транспортында автоматика, телемеханика һәм элемтә; т. юлдарҙың электр транспорты һ.б. һөнәрҙәр. Өҫтәлмә белем биреү программалары эшләй. Уҡытыусылар араһында 2 фән д‑ры һәм 8 фән канд. бар (2008). Уйлап табыуҙарға 70‑тән ашыу авторлыҡ таныҡлығы алына. 3 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Филиал Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге, Стәрлетамаҡ вагондар ремонтлау з‑ды, БР‑ҙың сәнәғәт пр‑тиелары, Өфө вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 2004 й. башлап 20‑гә яҡын монография һәм уҡыу әсбабы нәшер ителә. Пункт мөдирҙәре: М.А.Бабанов (1958 й. алып), Г.Л.Лодыженский (1960 й. алып), А.П. Сидорович (1968 й. алып), О.Г. Леонтьева (1969 й. алып); дир. — Ю.Б. Неталимов (1979 й. алып).

Ю.Б.Неталимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина