ҺАМАР ДӘҮЛӘТ АРХИТЕКТУРА‑ТӨҘӨЛӨШ УНИВЕРСИТЕТЫ. Бәләбәй ҡ. филиалы 1994 й. дөйөм техника ф‑ты булараҡ асыла, 1998 й. башлап Һ.д.а.‑т.у., 2016 й. — Бәләбәй ҡ. Һамар техник ун‑ты филиалы. 3 каф., 4 лаб., 2 компьютер класы, китапханаһы һ.б. бар. Уҡыуҙы тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә йылылыҡ‑газ м‑н тәьмин итеү һәм вентиляция, ҡала тө­ҙөлөшө һәм хужалығы, предприятиела (төҙөлөштә) иҡтисад һәм идара итеү, сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 3 фән д‑ры һәм 36 фән канд. бар (2008). 900‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән. 2005 й. башлап 20‑нән ашыу монография, уҡыу һәм методик әсбаптар нәшер ителә. Дир.: В.И.Кузьмин (1996 й. алып), В.В.Кузьмин (2015 й. алып). Филиал бинаһы (1912 й. төҙөлгән, элекке Земство башҡармаһы) архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

В.И.Кузьмин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина