БАННИКОВ Василий Васильевич [1.11.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 1951 дек., Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһы 74‑се гвардия уҡсылар див. орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Б. 1944 й. 11, 17 һәм 23 майында Ковель ҡ. көнсығыштараҡ, 6 һәм 12 авг. Магнушев ҡ. (Польша) көнсығыштараҡ һәм 1945 й. апр.—майында Берлиндағы һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1948 й. гвардия өлкән сержанты Б. демобилизациялана. 1‑се (1946), 2‑се (1944 й. сент.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика