ҺАМАР, Я ң ы Һ а м а р, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 191 кеше; 1939 — 259; 1959 — 184; 1989 — 180; 2002 — 232; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Михайловка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1912 й. Верхнеурал өйәҙе Тамъян‑Түңгәүер улусы Әүмеш а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Һамар ҡ. күскенселәр Яңы Һамар утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Суртанды торалары табылған. Г.Т.Васев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов