ҺАЛЫМДАР, халыҡтың дәүләт файҙаһына мотлаҡ түләүҙәре. 14—16 бб. башҡорттар яһаҡ һәм “дисәтинә” оброгы һәр 10 йорттан 1 баш мал (ҡара: Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы, Ҡазан ханлығы) түләгән. Һ. йыйыу м‑н даруғалар һәм баҫҡаҡтар шөғөлләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң баш­ҡорттар төп (яһаҡ) һәм өҫтәмә — табышлы биләмәләрҙән оброк (солоҡло урмандарҙан бал, ҡондоҙ тиреһе, балыҡ тотҡан өсөн аҡса) — Һ. түләгән. Һ. түләү жалованный грамоталар м‑н билдәләнгән. 17 б. — 18 б. башында типтәрҙәр һәм бобылдәр 40 тин яһаҡ, йорт башына 4 тин мөрйә һәм 5 тин ылау хеҙмәте аҡсаһын түләгән. Башҡорт керҙәштәре яһаҡ түләүҙең бер өлөшөн үҙенә алған, ҡайһы берҙәре башҡорттарға оброк түләгән. 18 б. башына тиклем Һ. натуралата һәм аҡсалата, артабан башлыса аҡсалата түләнгән. 1704 й. йәйендә батша указы м‑н балыҡ тотоу, солоҡ урмандары, туйҙар үткәреү өсөн Һ. артҡан һәм яңы Һ. (мунсаларҙан, ҡапҡаларҙан, мейестәрҙән, тәҙрәләрҙән, күперҙәрҙән, мәкеләрҙән, мәсеткә йөрөгән өсөн һ.б.) индерелгән. Башҡорт ихтилалы (1704—11) һөҙөмтәһендә хөкүмәт уларҙың күпселегенән баш тартырға мәжбүр булған. 1724 й. алып Башҡортостандың урыҫ халҡына Рәсәй империяһының үҙәк р‑ндарындағы кеүек йән башына һалым һалынған. Башҡорттар, типтәрҙәр һәм бобылдәр ш. уҡ ситләтелгән Һ. (таможня, йылҡы һатҡан өсөн, тәмәке һ.б. пошлиналар) түләгән. Сенат указы б‑са 1734 й. 5 июненән түләүсенең уртаса яһаҡ күләме 25 тиндән 50 тингә тиклем артҡан, башҡорттарҙан йыллыҡ яһаҡ 2054 һум, типтәрҙәр һәм бобылдәрҙән 8506 һум тәшкил иткән. 1747 й. майында типтәрҙәр һәм бобылдәргә яһаҡ урынына (һәр йорттан 82 тин) йән башына Һ. (ир‑егеттәр өсөн 80 тин), мишәрҙәргә — яһаҡ (йорт башына 25 тин) һалынған. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы указы м‑н яһаҡ тоҙҙо ҡаҙнанан ботон 35 тин м‑н һатып алыуға (башҡорттарға 5— 6 тапҡырға ҡиммәтерәк булған) алмаштырылған. Һ. арттырыу һәм яңыларын индереү башҡорт ихтилалдары (17— 18 бб.), типтәр‑бобылдәр ихтилалы (1747) сәбәптәренең береһе булған. 1782 й. алып Һ. йыйыу м‑н Ырымбур ҡаҙна палатаһы, Өфө губернаһы ойошторолғандан һуң Өфө ҡаҙна палатаһы шөғөлләнгән. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар уңыш булмаған йылдарҙа аҙыҡ‑түлек м‑н тәьмин итеү өсөн махсус аҡса фондына йән башына 25 тин һәм һатылған йәки ҡуртымға бирелгән ерҙәрҙән (алынған сумманың 1/3 өлөшөн) Һ. түләгән; типтәр һәм бобылдәрҙән йыллыҡ Һ. йән башына 2,24 һум көмөш тәшкил иткән. Һ. йыйыу өсөн кантон башлыҡтары яуаплы булған. Крәҫтиән реформаһы һөҙөмтәһендә крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө ваҡытлыса бурыслы булып киткән һәм оброк түләгән (кантондарҙың хеҙмәтле башҡорттарына рәүиз йәне башына 23 тин, хеҙмәттә булмағандарға һалым түләгән башҡа ҡатламдар м‑н бер рәттән дәүләт, земство һәм донъяуи Һ. һалынған). 19 б. 60‑сы йй. башҡорт һәм мишәрҙәрҙән аҡса йыйымы ир‑егеттәрҙән йән башына 4,25 һум көмөш, типтәрҙәрҙән — 4,32 һум, дәүләт крәҫтиәндәренән — 6,33 һум, башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәргә хоҡуғы булған крәҫтиәндәрҙән 3,33 һум тәшкил иткән. 19 б. 2‑се ярт. башлап ситләтелгән Һ. артҡан (19 б. аҙ. бөтә Һ. 85%‑ын тәшкил иткән). 20 б. башында яңы Һ. индерелмәгән, әммә элекке Һ. күләме арттырылған. Революция (1905—07) һәм Столыпин аграр реформаһы һөҙөмтәһендә йән башына һалым бөтөрөлә һәм түләү йыйыу (түләнеп бөтмәгән һалымдан тыш) туҡтатыла. 1913 й. Рәсәйҙә тура Һ. ҡаҙна килеменең 12,9%‑ын, ситлә­телгән Һ. 33,5 %‑ын тәшкил иткән. Өфө губ. ер бүлемдәренән 2225,2 мең һум земство түләүе, крәҫтиәндәрҙән 517,4 мең һум страховка йыйымы, 203 мең һум дәүләт ер Һ., 65,7 мең һум дәүләт фатир Һ., 40 мең һум башҡа Һ. йыйылған. 1917 й. ғин. алып йән башына килем һалымы индерелгән. Революциянан (1917) һуң совет дәүләтенең һалым системаһы булдырыла (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр).

И.Ғ.Аҡманов, М.И.Роднов

Тәрж. М.Х.Хужин