ҺАЛЫМ ПОЛИЦИЯҺЫ, РФ хоҡуҡ һаҡлау органдарының бер төрө. РФ ҡануниәте акттарына ярашлы 1992 й. РФ Дәүләт һалым инспекцияһы эргәһендә БР б‑са Һалым тикшереүе идаралығы ойошторола, 1993 й. алып БР Һ.п. департаменты, 1995 й. башлап РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы. Эшмәкәрлегенең төп йүнә­лештәре: адм. хоҡуҡ боҙоу йәки енәйәт булған һалымдар һәм йөкләмәләр т‑дағы ҡануниәтте боҙоуҙарҙы асыҡлау, иҫкәртеү, туҡтатыу, тикшереү; һалым органдары эшмәкәрлегенең именлеген тәьмин итеү. РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы составына Өфөләге үҙәк аппарат һәм Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Дүртөй­лө, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Яңаул ҡҡ. 19 бүлек һәм Дыуан а. район‑ара бүлек инә. Үҙәк аппаратта документтарҙы тикшереү, оператив, тәфтиш, физик һаҡланыу хеҙмәттәре; именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, мәғлүмәт‑техник бүлектәре; махсус элемтә һәм эксперт бүлексәләре, Һ.п. тарихы музейы, матбуғат төркөмө һ.б. эшләй. РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы эргәһендә 1998 й. Һ.п. акад. Өфө филиалы (ҡара: Иҡтисади хәүефһеҙлек академияһы) асыла. 2003 й. 11 мартындағы РФ Президенты указы м‑н РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы бөтөрөлә. Функциялары БР ЭЭМ‑ына бирелә, хеҙм‑рҙәрҙең бер төркөмө һәм материаль базаһының бер өлөшө РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығына, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығына күсерелә. Нач.: Һ.п. полк. Ф.Ш. Ямалиев (1992—94), Һ.п. ген.‑лейт. Э.В.Ҡолмөхәмәтов (1994—2003).

Әҙәб.: История налоговой полиции Республики Башкортостан. Уфа, 2002.

Э.В.Ҡолмөхәмәтов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев