ҺАЛМАҠ КӨЙ, башҡорт муз. фольклористикаһындағы мелодик стиль; башҡорт халыҡ музыкаһы жанры. Һ.к. үҙ эсендә оҙон көй һәм күберәк ҡыҫҡа көй үҙенсәлектәрен берләш­терә. Һ.к. әкрен темп, ижек эсендәге көй боролоштарының сиклелеге (бер ижеккә ике‑өс тауыш), бәләкәй диапазон, көйләп һөйләү һәм көйләп йырлау мелодик стилдәре хас, күбеһенсә ярым тонһыҙ пентатоникаға, һирәгерәк алты йәки ете баҫҡыслы мажор йәки минор тауыштар рәтенә таяна. Һ.к. мелодик үҫешендәге төп принцип фразаларҙың ҡабатланыуынан ғибәрәт. Көйҙәре аныҡ, бер тигеҙ килгән ритмдан һәм 2—4 өлөшлө метрҙан тора, ғәҙәттә бер төрлө темпта башҡарыла. Һ.к. шиғри текстары 8—7 ижектән төҙөлә һәм ярым шиғырҙарға бүленә, уларҙа шиғырҙың көй фразалары аҙағына тап килгән һуңғы ижектәре икеләтә һуҙыла. Һ.к. ауыл (“Ташбулат ауылы көйө”), урам (“Беҙҙең урам”), шаян (“Һин һөймәйһең”), хеҙмәт (“Ҡаҙ өмәһе”, “Тула баҫыу”), ҡунаҡ (“Дуҫтар”, “Алтын микән?”), тарихи (“Абдулла ахун”, “Бүгәс маршы”, “Окопта”, “Эскадрон”), фәлс. (“Бейек тауҙа”, “Уҙған ғүмер”, “Яңғыҙлыҡ”), эпик (“Ҡуңыр буға”), зимагор һәм рекрут йырҙары ҡарай.

Әҙәб.: Сулейманов Р.С. Теоретические аспекты музыкального фольклора южноуральских башкир: мелодический тип “халмак‑кюй” и его жанры //Проблемы востоковедения. 2009. №2 (44).

Р.С.Сөләймәнов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова