ҺАЛҠЫН КИЛЕШ УЛТЫРТЫУ АВТОМАТТАРЫ, әйләнеш есеме тибындағы һәм ҡалын урыны булған стерженлы металл конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙе һалҡын килеш штамплау ысулдарын ҡулланып әҙерләү өсөн машиналар. Технологик тәғәйенләнеше б‑са Һ.к.у.а. бер позициялы (бер һәм ике һуҡмалы, ябай деталдәрҙе штамплау өсөн) һәм күп позициялыға (гайкалар һәм стерженлы изделиелар өсөн) бүленә. Һ.к.у.а. конструкцияларында башлыса электр двигателе роторының әйләнмәле хәрәкәтен шыуҙырманың ынтылышлы‑ҡайтмалы хәрәкәтенә әйләндерә торған кривошиплы‑шыуҙырмалы башҡарыусы механизм ҡулланыла. Деталдәргә пластик форма биреү шыуҙырмаға һәм станокка беркетелгән штамптарҙа башҡарыла. Һ.к.у.а. — сүкеү‑штамплау производствоһындағы перспектив ҡорамалдарҙың береһе. Диам. 2,5 алып 30 мм тиклем һәм оҙонлоғо 300 мм тиклем булған деталдәрҙе минутына 35—100 дана етештереүсәнлек м‑н эшләү мөмкинлеген бирә, был ҡырып эшкәртеүгә ҡарағанда 10—15 тапҡырға юғары. Юғары аныҡлыҡты (9—11 квалитет), өҫкө йөҙҙөң 0,1—0,2 мкм тигеҙ булған ҡытыршылығын һәм металды файҙаланыуҙың машиналар эшләүҙәге иң юғары коэф. (0,9—0,98) тәьмин итә. Һ.к.у.а. машиналар һәм приборҙар эшләүҙә ҙур сериялы һәм күпләп сығарыу ваҡытында файҙаланыла. 20 б. 70‑се йй. “Автонормаль” пр‑тиеһында РФ‑тың автомобилдәр эшләү пр‑тиелары өсөн төрлө ҡоростан юғары сифаттағы беркетеү деталдәре (штуцер, пробка, винт, гайка, сигә) яһау өсөн Һ.к.у.а. (М6Г, М16Г, 801ИКА, 21ВА‑8 моделдәре) етештереү яйға һалынған.

В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов