ҺАЛЙОТ (салъюһут, салъюгут, сальют), башҡорт ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: Этник яҡтан Алтайҙа һәм Көньяҡ Себерҙә йәшәү осоронда төрки ҡәбиләләр йоғонтоһон кисергән “һалйоғот” монгол ҡәбиләһенә барып тоташа. Шулай уҡ Һ. формалашыуына уларҙың 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. “Һалйот” этнонимы бүрәттәрҙә, монголдарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, туваларҙа билдәле. 13 б. уртаһында — 14 б. башында Һ. Урал буйында Ағиҙел һәм Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) йй. араһында төпләнә. 14 б. аҙ. Аҡһаҡ Тимер һәм Туҡтамыш араһындағы һуғыш һөҙөмтәһендә Һ. төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә, Исәт (Тубыл й. ҡушылдығы), Сылва һәм Чусовая (Кама й. ҡушылдыҡтары) йй. үҙәндәрендәге ерҙәрҙе биләй. Себер ханлығы тарҡалғандан һуң Һ. көньяҡҡа һәм көньяҡ‑көнсығышҡа күсенә, Синара һәм Тинес йй. араһына (Исәт й. басс.) килеп төпләнә. 18 б. бәкәтин, ҡатай, терһәк, һеңрән ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Һалйот улусын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Һ. ҡәбиләһе йәшәгән терр‑я Шадринск өйәҙенә, Өфө өйәҙенә (19 б. уртаһында Һ. ҡәбиләһенән 2,5 меңгә яҡын башҡорт иҫәпләнгән), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 3‑сө башҡорт кантонына (19 б. 40‑сы йй.) ҡарай. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. Силәбе өлкәһенең Арғаяш р‑нына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин