ҺАЛДЫБАШ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Силәбе өлк. Ҡаратау һыртының көньяҡ‑көнбайыш битләүенән башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Нуриман һәм Иглин р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, артабан Нуриман р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Өфө й. (тамағынан 117 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 79 км, басс. майҙаны 790 км2. Ҡар һыуы м‑н туйына. Басс. рельефы убалы‑арҡалы, карст үҫешкән. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы һәм ҡайын‑уҫаҡ урмандарынан, кәҫле‑карбонатлы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы күрәнле‑мүкле һаҙлыҡтарҙан, болондарҙан, көлһыуланған ҡара тупраҡтағы һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Үрге ағымында 90%‑ын, түбәнге ағымында 55%‑ын урман ҡаплаған. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡаҙнаташ, Саруа; һул — Биәз һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев