“ҺАЛДАТ ТЕЛӘГЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман хәрби советы органы. 1917 й. июнь—сент. Өфөлә аҙна һайын төрки телендә сыға. 14 һаны донъя күрә. Хәрби‑патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Волга‑Урал төбәгендәге сәйәси хәл яҡтыртыла. Сент. алып “Ауыл халҡы” һәм “Ирек” гәз. м‑н берләштерелгәндән һуң “Беҙҙең юл” исеме м‑н сыға. Мөхәррире — Ф.Әхмәҙуллин.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов