ҺАҠСЫ‑ИМПЕРАТОР (Anax imperator), энәғараҡтар отрядының энәғараҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Африкала һәм Үҙәк Азияла таралған. Ҡанаттары үтә күренмәле, оҙонлоғо 50 мм тиклем. Күҙҙәре ҙур, зәңгәрһыу йәшел төҫтә. Күкрәге йәшел, йөйҙәрендә киң ҡара һыҙыҡтар бар. Ата бөжәктең ҡорһағы зәңгәр, инә Һ.‑и. — йәшел йәки зәңгәрһыу йәшел, арҡа яғында буйға һуҙылған ҡара һыҙыҡ була. Аяҡтары оҙон сәнскеле, осҡанда бөжәктәрҙе тотоу өсөн “кәрзин” барлыҡҡа килтерә. Ҡарышлауыҡтары аҡмаған йәки бер аҙ аҡҡан һыу ятҡылыҡтарында 1—2 йыл үҫешә. Имаго ҡарышлауыҡтарҙан май аҙағында сыға. Авг. уртаһына тиклем оса. Оло Һ.‑и. — осар бөжәктәр (башлыса хирономидалар), ҡарышлауыҡтары һыу умыртҡаһыҙҙары, балыҡ селбәрәләре һәм сүмесбаштар м‑н туҡлана. Ата бөжәктәр һыу ятҡылыҡтары янында, инә Һ.‑и. урман ситтәрендә, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, урман һыҙаттарында йәшәй. БР‑ҙа Ҡарағайлы күлендә осрай (Учалы р‑ны). БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова