ЮЛДАШЕВ Әхнәф Әхмәт улы [30.7. 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәлшәле а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 1988 й. авг., Мәскәү], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлаған (1947). 1938—42 йй. Баймаҡ р‑нының 2‑се Түбә урта мәктәбе уҡытыусыһы.1950 й. алып СССР ФА‑ның Тел ғилеме ин‑тында (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге төрки­ телдәр­ҙең, ш. иҫ. башҡорт­ теленең, грамматикаһын, лексикографияһын, орфографияһын, фонологияһын, телмәр мәҙәниәтен, диалектологияһын һәм формалашыу тарихын өйрәнеүгә арналған. “Хәҙерге­ башҡорт әҙәби­ теленең­ грамматикаһы” монографияһының ғилми етәксеһе һәм авторҙарының береһе, “Төрки телдәрҙең сағыштырма‑тарихи грамматикаһы” (“Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков”) коллектив хеҙмәтенең (1—2‑се томдар; 1984—1988) мөхәррире һәм авторҙашы. “Төркисә‑урыҫса һүҙлектәрҙе төҙөү принциптары” (“Принципы составления тюркско‑русских словарей”; 1972) хеҙмәтендә ике телле һүҙлектәр төҙөү өлкәһендәге төрки лексикография тәжрибәһен тәүге тапҡыр теоретик дөйөмләштергән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

М.Рясянен­дың “Төрки телдәрҙең тарихи фонетикаһы буйынса материалдар” (“Материалы по исторической фонетике тюркских языков”) хеҙмәтен немец теленән урыҫ теленә тәржемә иткән (1955).

Х е ҙ м.: Система словообразования и спряжения глагола в башкирском языке. М., 1958; Соотношение деепричастных и личных форм глагола в тюркских языках. М., 1977; Диалекты башкирского языка //Диалекты тюркских языков: очерки. М., 2010.

Әҙәб.: А.А.Юлдашев и проблемы тюркского языкознания: тез. докл. и сообщ. респ. науч. конф. Уфа, 1990.

Р.З.Шәкүров

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов