ЮЛДАШЕВ Хисмәтулла Хәсән улы (1.4.1957, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Үрпек а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2015). Яҙыусылар­ союзы ағзаһы (1989). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1984) Башҡ‑н китап нәшриәтендә, 1987 й. алып“Башҡортостан” ДТРК‑нда (1990— 93 йй. “Ижад” ижади берекмәһе етәксеһе) эшләй, 1998 й. башлап БАДТ‑ның әҙәбиәт бүлеге мөдире. 1999 й. алып Өфө быраулау эштәре идаралығында, 2002 й. — “Ағиҙел” ж., 2005 й. — М.Ғафуриҙың йорт‑музейында (мөдир), 2006—17 йй. “Уфанефть” НГДУ‑һының “Башнефть—Добыча” ЯСЙ филиалында. “Көмөш йүгән” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1983 й. сыға. “Убаларҙа — ҡылған” (1989), “Сәнскеле йондоҙ” (2007), “Себер еле” (2012) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Ю. шиғырҙары сыуаш, төрөк, урыҫ һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1990).

Ә ҫ ә р ҙ.: Һуҡмаҡ: шиғырҙар. Өфө, 2017.

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов