ҺАҠМАР ЗОНАҺЫ, Һаҡмар ҡалҡыуы, Һаҡмар аллохтон ы,2‑седәрәжәле тектоник структура; Уралдың иң ҡатмарлы структур зоналарының береһе. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Йылайыр синклинорийының көньяҡ сигендә урынлашҡан. Көньяҡ‑көнсығышта Эбетин антиформаһы (Уралтау зонаһының көньяҡ структураһы) м‑н сик­ләнә. Оҙонлоғо 260 км ашыу, киңлеге 20—30 км. Һ.з. сиктәрендә Уралдағы иң ҙур Хабарный һәм Кемпирсай гипербазит массивтары ята. Һ.з. барлыҡҡа килеүе һәм структураһы т‑да төрлө ҡараш бар: А.А.Абдуллин һ.б. б‑са Һ.з. үҙенең барлыҡҡа килгән урынында урынлашҡан; М.А.Камалетдинов уны тектоник япма, Ю.В.Казанцев, С.В.Руженцев, В.Н.Пучков тектоник пластиналар пакеты тип иҫәпләй. Һ.з. стратиграфияһы б‑са мәғлүмәттәр бер нисә фациаль типтағы киҫелештәргә ҡараған ҡатламдарҙың тектоник берләшеүен раҫлай. Структурала ордовик, силур һәм девонға ҡараған, Уралдың көнбайыш битләүенә хас булған лемвин‑йыла­йыр (батиаль) тибындағы киҫелештәр м‑н сағыштырылған терриген‑кремний тибындағы киҫелештәр иң түбән урында ята. Был киҫелештәрҙең мөһим үҙенсәлеге — уларҙың ни­геҙендә кристаллы һәүерташтар (кембрий алды), аҫҡы кембрий эзбизташтарының ҙур киҫәктәре булған терриген һәм вулкан ултырмалары булыуы. Структурала ордовик, силур һәм девондың кремний‑вулкан һәм вулкан‑ултырма ҡатламдарынан торған тектоник пластиналар юғарыраҡ урынды биләй. Күп пластиналарҙың нигеҙендә гигант брекчиялар (меланждар, иң ҙуры — Ҡыуандыҡ), өҫтәрәк синформа барлыҡҡа килтергән Хабарный һәм Кемпирсай гипербазит массивтарының көнбайыш өлөшөндәге пластиналары урынлашҡан.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов