“ҺАҠМАР”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. 1928 й. татар комп. М.Ә. Мозафаров Ырымбур ҡ., 1940 йй. А.А.Эйхенвальд яҙып ала (М.И.Глинка ис. Дәүләт үҙәк муз. мәҙәниәт музейында һаҡлана, Мәскәү), “Халҡым йыры” йыйынтығында баҫтырып сығарыла (1995). Лирик‑эпик йыр. Тыуған яҡҡа арналған, шиғри тексында Һаҡмар й. матурлығы маҡтап йырлана. Мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән көйө киң диапазонлы (терцдецима). Орнаментикаға бай булған бер ижекте һуҙып, боролошло итеп йырлау уға айырым тәьҫирлелек өҫтәй, көйҙөң бер төрлө тулҡын һымаҡ хәрәкәте йылға ағымын хәтерләтә. Башҡарыусылар араһында Б.Н.Вәлиева, Ф.Ә.Килдейәрова, Ә.С.Шайморатова бар. А.С.Ключарёв, Г.Г.Лобачёв, Р.Ә.Мортазин тауыш һәм фп., В.Л.Мортазин, И.И.Хисаметдинов тауыш һәм орган өсөн эшкәртә.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова