“ҺАҠМАР”, ата‑әсәләре м‑н балалар өсөн шифахана. Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) 92 км алыҫлыҡта Хәйбулла р‑ны Йәнтеш а. эргәһендә урынлашҡан. Ғин. уртаса т‑ра ‑16°C, июлдә — 19°C. 2000 й. “Аҡсарлаҡ” йәйге балалар һауыҡтырыу лагеры нигеҙендә район профилакторийы булараҡ асыла, 2002 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Тын алыу һәм аш һеңдереү системалары ауырыуҙары булған 3—15 йәшлек балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 120 урынға иҫәпләнгән (2016). Төп дауалау факторҙары: ҡымыҙ, климат. Бальнеотерапия, галотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, рефлексотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина