ҺАҠМАР, Урал батыр” эпосы персонажы, Шүлгән м‑н Айһылыуҙың (Самрауҙың ҡыҙы) улы. Әсәһе Һ. атаһының хыянаты т‑да һөйләй һәм яуыз көстәр м‑н көрәштә ярҙам итер өсөн Урал батырға ебәрә. Һ. Иҙел, Нөгөш һәм Яйыҡ м‑н бергә ғәскәр башлығы булып китә. Дошманды еңгәс, Иҙелгә эйәреп, халыҡты һыу м‑н тәьмин итер өсөн ҡылысы ярҙамында йылға үҙәне йырып ебәрә. Халыҡ йылғаны Һаҡмар тип атай. Персонаж “Ағиҙел менән Яйыҡ” топонимик риүәйәтендә телгә алына.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Мирбадалева А.С. Башкирский народный эпос //Башкирский народный эпос. М., 1977.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов