ЮЛДАШЕВ Марс Тимербулат улы [14.4.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны)], хирург.Мед.ф.д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Якутск ҡала дауаханаһында эшләй. 1965— 66 йй. һәм 1969 й. алып БДМУ‑ла: 1994 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑ты деканы, 1996—2011 йй. В.М. Романкевич ис. оператив хирургия һәм хирургик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001—04 йй. педиатрия ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа киҫкен эренле деструктив пневмонияны хирургик дауалау алымдарын камиллаштырыуға, травма һөҙөмтәһендә талаҡ һәм бөйөрҙәр ярылғанда аллоплант ҡулланып ағзаларҙы һаҡлап ҡалыусы операцияларға арналған. Ю. ҡатнашлығында балаларҙа нефроптозды, ҡыҫылған сандыр һәм сандыр‑тоҡсай бүҫерҙәрен хирургик дауалау, түллек биҙе йәрәхәтләнгәндә сперматоген эпителийҙы һаҡлап ҡалыу ысулдары һ.б. эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Хирургия печени и желчных путей. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж.­Г.Ҡ.Ҡунафина