ЮЛДАШЕВ Владимир Ләбиб улы (21.9.1954, Калуга өлк. Бабынино ҡсб), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1978), 1980 й. алып Респ. психиатрия дауаханаһында эшләй. 1981 й. башлап БДМУ‑ла: 1995 й. алып дипломдан һуң белем биреү ин‑ты курсы м‑н психиатрия һәм наркология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2003—12 йй. тәрбиә эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә тайпылышлы тәртип һәм психоактив матдәләргә (алкоголизм, наркомания һәм токсикомания) бәйлелек формалашыуҙың соц.‑психологик, биол. факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ю. тарафынан балиғ булмаған пациенттарҙы наркотиктарға бәйлелектән иҫкәртеү һәм реабилитациялау саралары эшләнә. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. “БР психиатрҙар‑наркологтар ассоциацияһы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты (1997 й. алып).

Х е ҙ м.: Реабилитация женщин, перенёсших абдоминальные и трансвагинальные операции в акушерстве и гинекологии. Уфа, 2007 (авторҙ.); Невротическая депрессия у женщин. Уфа, 2009 (авторҙ.); Хроническая боль в спине при деструктивно‑дистрофических заболеваниях поясничного отдела позвоночника: диагностика и лечение. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж.­Г.Ҡ.Ҡунафина