БАНКРОТЛЫҠ (банк һәм итал. rotto — һыныҡ), юридик йәки физик шәхестең бурыс түләүгә һәләтһеҙлеге, кредиторҙарҙың бурыс йөкләмәләрен үтәү талаптарын ҡәнәғәтләндерә, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға мотлаҡ түләүҙәрҙе тәьмин итә алмауы. Юридик шәхестәр өсөн Б. процедураһы судҡа тиклемге санация, күҙәтеү, тышҡы идара, конкурслы алып барыу, үҙ‑ара килешеүҙе үҙ эсенә ала. Б. фактын арбитраж суды йәки бурыслының түләй алмауы һәм үҙ ирке м‑н ябылыуы хаҡында рәсми белдереүе билдәләй, ошонан һуң предприятие бөтөрөлә, милке, кредиторҙар м‑н иҫәп-хисапты теүәлләү өсөн, һатыуға ҡуйыла. Б. пр‑тие м‑н компетентһыҙ идара итеү, конкуренция, инфляция, илдәге тотороҡһоҙ иҡт. хәл һ.б. сәбәптәр (ихтыярһыҙ Б.) һәм коммерция эштәрен аңлы рәүештә Б. еткереү (аңлы рәүештә эшләнгән Б.) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. 30‑сы йй. башында производство сараларын йәмәғәт милке булараҡ билдәләгәс, пр‑тиеларҙың Б. туҡтала һәм 90-сы йй. башында, төрлө милек формаларына ҡараған пр‑тиелар барлыҡҡа килгәс, яңынан тыуа. Рәсәй финансты яҡшыртыу федераль хеҙмәтенең БР терр. органы Б. эштәре һәм Б. процедуралары б‑са вәкәләтле орган булып тора, РФ Юстиция министрлығы — көйләүсе орган; БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы — бурыслы ДУП‑тың мөлкәт эйәһе вәкиле. 2011 й. башына ҡарата Б. процедураһында 843 пр‑тие теркәлгән.

З.Н.Әбдрәхимов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика