ЮЛДАШБАЕВ Әмир Мырҙағәли улы (25.12.1940, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. — 27.4.2017, Өфө), философ. Филос. ф. канд. (1972). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2000). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1968 й. тиклем ӨАИ‑ла, 1971 й. алып БДПИ‑ла уҡыта (1987—92 йй. филос. каф. мөдире). 1994 й. башлап БР Президенты Хакимиәтендә: 1997 й. алып Соц.‑иҡт. сәйәсәт идаралығы, 2004 й. — Мәғлүмәт‑аналитика идаралығы, 2006—08 йй. Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—10 йй. Ижт.‑сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Ә.Ә.Вә­ли­дов­тың тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑дағы тикшеренеүҙәр, уның әҫәрҙәренең (“Хәтирәләр”, “Башҡорттарҙың тарихы” һ.б.) төрөк теленән башҡорт һәм урыҫ телдәренә тәржемәләре авторы. БР ФА‑ның Зәки Вәлиди ис. пр. лауреаты (2010).

Х е ҙ м.: Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников). Уфа, 2000.

Тәрж.­Ф.Ә.Ҡылысбаев