ЮЛДАШБАЕВ Билал Хәмит улы (2.3.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Юрматы а., хәҙ. Ишембай ҡ. эсендә, — 13.4.2001, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1974). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) СДПИ‑ла эшләй (1950 й. алып тарих каф. мөдире), 1955—65 йй. ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙм‑р, сектор мөдире, 1966— 86 йй. БДУ‑ла (1977—81 йй. совет осорондағы СССР тарихы каф. мөдире). 1994—2001 йй. РФА Өфө ФҮ‑нең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре милли хәрәкәт һәм милләт‑ара мөнәсәбәт проблемаларына, 20 б. Башҡортостан тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, “Башҡорт­ Автономиялы­ Совет­ Социалистик ­Республика­һы­ның ­барлыҡҡа­ килеүе”, “Башҡортостандың милли‑дәүләт ҡоролошо (1917—1925 йй.)” [“Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.)”; 4 томда, 7 китап, 2002—2009] документтар һәм материалдар йыйынтыҡтарын төҙөүсе.

Х е ҙ м.: Башҡорт АССР‑ның төҙөлөүе: тарихи очерк. Өфө, 1959; История формирования башкирской нации: дооктябрьский период. Уфа, 1972.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж.­Ф.Ә.Ҡылысбаев