ҺАҠМАР, Ҡ а ҡ т у ғ а й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 20 кеше; 1959 — 523; 1989 — 470; 2002 — 475; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түбә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1931 й. Һәүәнәк с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоздың 2‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.Р.Мәһәҙиева ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов