ЮЛДАШБАЕВ Азамат Рәмил улы (10.10.1964, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Саҙалы а.), журналист, шағир. БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996). Яҙыусылар­союзы (2004), Журналистар союзы­(2005) ағзаһы. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1989) Ейәнсура р‑нында эшләй: мәктәптәрҙә уҡытыусы (1991 й. тиклем Һаҡмар урта мәктәбе, 1996— 99 йй. Башҡорт гимназияһы дир.), 1999 й. авг. алып Балалар мәҙәни‑күңел асыу үҙәге дир., 2000 й. — район халыҡ мәғарифы идаралығы инспекторы, 2001 й. — Ғаиләгә һәм балаларға соц. ярҙам терр. үҙәгенең (бөтәһе лә — Иҫәнғол а.) дир. урынбаҫары. 2002 й. башлап “Йәшлек” гәз. хәбәрсеһе, 2003 й. — БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 2008 й. алып “Шоңҡар” ж., 2012 й. — “Ватандаш” ж. дир.—баш мөхәррире, 2015—18 йй. “Башҡортостан” гәз. баш мөхәррире. БР Яҙыусылар союзы рәйесе (2011—12). Ваҡытлы баҫма биттәрендә респ. ижт.‑сәйәси тормошо т‑да мәҡәләләр м‑н сығыш яһай, “Башҡортостан — ҙур сәйәсәт картаһында” (2005) публикациялар серияһы авторы. Ю. шиғриәте үҙен­сәлекле булыуы, шиғыр төҙөлөшө формаһының оригиналлеге м‑н айырыла. 2009—11 йй. БР Йәмәғәт палатаһының милләт‑ара мөнәсәбәттәр, выждан азатлығы һәм мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы рәйесе. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2005).

Ә ҫ ә р ҙ.: Мәлъяҙмалар: шиғырҙар. Өфө, 2004.

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов