ҺАҠМАР, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртының көнсығыш битләүенән башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсы­ғыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, артабан көнбайышҡа борола һәм Ырымбур өлк. буйлап аға, Урал й. (тамағынан 327 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 760 км, басс. майҙаны 30400 км2, дөйөм түбәнәйеүе 570 м. БР‑ҙа оҙонлоғо 348 км. Был участкала башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 69%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 21%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 10%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 144 м3/с. Йылға басс. Йылайыр яйлаһында урынлашҡан; Мәҡсүт метаморфик комплексы (графитлы һәүерташтар, амфиболиттар, кварциттар, мәрмәр), девон (базальттар, риолиттар, диориттар) тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән; урыны м‑н карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора, йыуылған ҡара тупраҡта ҡоро болондар осрай. Басс. 75%‑ын урман ҡаплаған, 5%‑ы һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Ялан Йылайыры, Бараҡал, Йылайыр, Ҡаҫмарт, Оло Эйек (бөтәһе лә — уң).

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев