ЮЛДАШ ҺӨЙӘРЕМБӘТОВ (? — 1742 й. сент.), башҡорт ихтилалы­(1735—40) етәкселәренең береһе. Себер­ даруғаһының Көҙәй улусы баш­ҡорто. Шул уҡ улустың старшина­һы. Мулла. 1737 й. ғин. Ҡоҙаш­ Рах­манғоловҡа властарға тоғролоҡ антын бирә. 1737 й. яҙында Урта йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам күрһәтеү т‑да һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Июнь аҙ.—авг. башында Ю.Һ. отряды Бәпәнәй­ Тө­рөпбирҙин,­ Мәндәр Ҡарабаев,­ Төлкөсура­ Алдағолов­ һ.б. м‑н берлектә Бөрө, Ҡатай бастругы, Красноуфимск­ ҡәлғәһе, Көңгөр, Уҫы­янында, Исәт­ провинцияһының­ һәм Өфө­ провинцияһының башҡа ауылдарында һуғыша. 1737 й. сент. Калиновка ҡәлғәһе янында капитан Голчиндың хөкүмәт командаһына ҡаршы алышта ҡатнаша. 1738 й. авг. уртаһында башҡа баш күтәреүселәр м‑н бергә Табын ҡәлғәһенә Л.Я.Соймоновҡа ғәйебен танып килә. 1739 й. яҙында башҡорттарҙың иҫәбен алыуға ҡаршы сыға. 1740 й. алып Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Шығанай­ Борсаҡов м‑н берлектә Себер даруғаһы терр‑яһында Ҡараһаҡалға­ ҡаршы һуғыша. 1740 й. әсиргә алына. 1742 й. сент. тиклем Ырымбур ҡ. төрмә бастругында тотола. Язалап үлтерелә.

И.Ғҡманов

Тәрж.­М.Х.Хужин