ҺАҠЛЫҠ БАНКЫҺЫ, ААЙ. Башҡортостан бүлексәһе (№8598) Өфөлә урынлашҡан. БР ҡалалары һәм райондарында бүлексәләре бар. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙ­ҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы); иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе; юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы; инкассацияны; брокер хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе; ҡиммәтле металдарҙан тәңкә һәм ҡойолмалар һатыуҙы һ.б. тормошҡа ашыра. 2008 й. 5990 кеше эшләгән.

1923 й. 61‑се Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы булараҡ ойошторола, 1977 й. алып СССР Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассалары һәм дәүләт кредиты баш идаралығының Башҡ‑н респ. идаралығы, 1988 й. — СССР Һаҡлыҡ банкыһының (1991 й. — РФ Акционерҙар коммерция һаҡлыҡ банкыһының) Башҡ‑н банкыһы, 2001 й. башлап РФ Акционерҙар коммерция һаҡлыҡ банкыһы.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов