ҺАҠЛАҒЫС ҠАПЛАУҘАР, изделиеның махсус әҙерләнгән өҫкө йөҙөнә уны тышҡы факторҙар йоғонтоһонан һаҡлау өсөн һөртөлгән ҡаплаусы матдә ҡатламдары. Металл (металдар һәм уларҙың иретмәләре) һәм металл булмаған (органик — полимерлы, битумлы, ташкүмерле һ.б.; органик булмаған — быяла‑эмаль, керамик һ.б.; минераль тултырғысы булған бәйләүесле композицион Һ.ҡ.), химик (оксидлы, фосфатлы) булған Һ.ҡ. бүленә. Металл ҡаплауҙар гальваник (ҡара: Гальванотехника) һәм эҫе килеш ҡаплау (иретмәгә батырып) ысулдары, термомеханик плакирлау (эҫе килеш прокатлау һәм преслау процесында), вакуумлы һәм газотермик өрҙөрөү (газ ялҡыны һәм электр дуғаһы ярҙамында металлаштырыу), металл парҙарын конденсациялау һ.б. м‑н алына. Металл булмаған плёнкалы ҡаплауҙар (ш. иҫ. лак‑буяу) һауа м‑н (пневматик), һауаһыҙ, өйөрмәле һәм электростатик өрҙөрөү, һыуҙа эрегән лак‑буяу материалдарын электр ярҙамында ултыртыу юлы, автофорез ысулы, йәбешкәк полимер таҫмалар йәбештереү һ.б.; айырым (төҙөлөш плиталары, кирбес) һәм табаҡлы материалдар (пластмасса, резина һ.б.) — һаҡлай торған йөҙҙәргә махсус эреткес һәм елем йәбештереү юлы м‑н сығарыла. Оксидлы ҡаплауҙар термик, термохимик, химик һәм электрохимик, фосфатлы ҡаплауҙар — химик ысул м‑н алына. Башҡортостанда Һ.ҡ. уйлап табыу б‑са фәнни эштәр 20 б. 70‑се йй. башынан Нефтехимия эшкәртеү институтында, Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында, Авиация техник университетында, Нефть техник университетында һ.б. һаҡлау үҙсәнлектәре юғары булған материалдарҙы (металл м‑н тулыландырылған полимерлы, фосфатлаусы һ.б.) табыу һәм уларҙы ҡаплау технологияларын камиллаштырыу йүнәлешендә алып барыла. 40‑сы йй. башынан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә, Өфө агрегат производство берекмәһендә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. пр‑тиеларҙа металл (гальваник юл м‑н) һәм лак‑буяу ҡаплауҙарын һөртөү технологиялары; 70‑се йй. башында ҙур габаритлы деталдәрҙе электростатик ҡырҙа онтаҡлы полимер буяуҙар м‑н пневматик өрҙөрөп ҡаплау ысулы; “Гидравлика” ФДУП‑ында һығылмалы үткәргес торбаларҙы металл м‑н сырмау технологияһы; шунда уҡ һәм ӨМЭПБ‑ла деталдәрҙе вакуум ҡулайламаларында эшкәртеү өсөн ионлы имплантация технологияһы индерелә. Нефтехимия сәнәғәте пр‑тиеларында химик ҡорамалдарҙы һәм т. юл цистерналарын футеровкалау (к‑таларға ҡаршы тороусы плиткалар м‑н ҡаплау) һәм гуммировкалау (к‑таларға сыҙамлы махсус резина һәм эбонит м‑н ҡаплау) ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Үткәргес торбаларҙы изоляциялау.

Әҙәб.: Кравцов В.В. Коррозия и защита конструкционных материалов. Принципы защиты от коррозии. Уфа, 1999; Безопасность трубопроводов при длительной эксплуатации /К.М.Гумеров [и др.]. Челябинск, 2003; Кравцов В.В. Химическое сопротивление материалов и современные проблемы защиты от коррозии. Уфа, 2004.

В.В.Кравцов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов