ЮЛДАШ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный­ Бор­ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3 б. аҙ. — б.э. 1 б. ҡарай. Илеш р‑ны Үрге Юлдаш а. ситендә Сөн й. уң ярында урынлашҡан. 1933 й. ер эштәре башҡарған саҡта табылған, 1958 й. В.Ф.Генинг, 1970—71 йй. А.Х.Пшеничнюк тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 131 ҡәбер өйрәнелгән. Ҡәберҙәрҙең күпселегендә мәйет яңғыҙ, 4‑һендә бер нисә мәйет ерләнгән. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1,3 м2 тиклем) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки көнсығышҡа, һирәгерәк көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ир‑ат ҡәберҙәренә ҡоралдар (тимер хәнйәрҙәр, һөңгө остары, тимер һаплы һәм һөйәктән эшләнгән өс ҡырлы уҡ башаҡтары), эйәр‑өпсөн (тимер һәм һөйәк ауыҙлыҡтар), бил ҡайыштары (бронза, тимер һәм һөйәк таралғылар, айылдар) һәм эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, һөйәк тишкестәр һәм ҡалаҡтар, таш ҡайраҡ), ҡатын‑ҡыҙҙыҡына — биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, сикә сулпылары, йөҙөктәр, бил һәм аяҡ кейеме элмәктәре, айылдар, пластинкалар, быяла муйынсаҡтар) булыуы хас. Ҡомартҡы материалдары Археология­һәм­этнография­музейында һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Юлдашевский могильник //Археологические работы в низовьях Белой. Уфа, 1986.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж.­Д.К.Үзбәков