ЮЛДАШ ҠАЛАСЫҒЫ, П е т е р ‑Т а у, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһы — б.э. 1‑се мең йыллыҡ уртаһы археологик­ ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Үрге Юлдаш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Сөн й. тамағында урынлашҡан. 1894 й. Ф.Д.Не­фёдов тарафынан асылған, 1969 й. Б.Б.Агеев, 1970 й. А.Х.Пшеничнюк, 1972 й. С.М.Васюткин, 1971 й., 1974 й., 1978 й. В.А.Иванов өйрәнгән. Дөйөм майҙаны яҡынса 4 мең м2, 507 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡике ур һәм соҡор, төньяҡ‑көнбайыштан түңәрәк ур м‑н һаҡланған. Торлаҡ эҙҙәре табылмаған, асыҡ усаҡ ҡалдыҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булыуы асыҡланған. Керамика­ Ананьин мәҙәниәте, Пьяный ­Бор­ мәҙәниәте, Мазунин­ мә­ҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Һөйәк уҡ башаҡтары, тупар балта, тишкес, балсыҡ орсоҡбаштар һәм иретеү һауыты табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология­ һәм­ этно­графия­ музейында­ һаҡлана.

Әҙәб.: И в а н о в В.А. Городище Петер‑Тау (Юлдашевское) //Советская археология. 1982. №3; ш у л у ҡ. Вооружение и военное дело финно‑угров Приуралья в эпоху раннего железа. М., 1984.

В.А.Иванов

Тәрж.­Д.К.Үзбәков