ҺАҠЛАҒЫС, эйәһен төрлө бәлә‑ҡазанан һаҡлаған, уңыш килтергән әйбер. Һ. итеп тылсым, бетеү, талисман, үҫемлектәр, ҡоралдың, кейемдең бер өлөшө һ.б. ҡулланылған. Шулай уҡ Һ. функцияһын тамғалар, исемдәр һәм, ҡағиҙә булараҡ, йолаларҙа (ҡара: Йола фольклоры) ҡулланылған арбауҙар, һамаҡлауҙар, доғалар, көйләүҙәр үтәгән. Һ. төрлө формалары үҙ аллы, ш. уҡ бергә файҙаланыла алған. Хөрәфәттәр б‑са, Һ. кешене — күҙ тейеүҙән, ауырыуҙарҙан, айырыуса тиҙ бирешеүсән мәлдәрендә (сабый, ауырлы ҡатын, туйҙа кейәү м‑н кәләш), малды үлеүҙән һәм йыртҡыстарҙан һаҡлаған.

Башҡорттарҙа Һ. тылсымлы ҡөҙрәтенә ышаныу (ҡара: Магия) исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Һ. сифатында тотем хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың кәүҙә өлөштәре (ҡара: Тотемизм) ҡулланылған, был уларҙың культына бәйле булған (ҡара: Айыу культы, Ат культы, Болан культы, Бүре культы, Ҡоштар культы). Бүре, айыу йәки боландың аҙау тешен һәм йөнөн, аҡҡош, ҡаҙҙың ҡанатын һәм тырнағын кейемгә теккәндәр, сәңгелдәккә элгәндәр; ат дағаһын ҡапҡаға йәки ишек башына ҡаҙаҡлап ҡуйғандар, ат, бүре, айыуҙың баш һөйәген ялан кәртәнең бағаналарына элгәндәр, умарталыҡтарға, мал һарайҙарына ҡуйғандар, бүренең баш һөйәген өй нигеҙенә йәки ҡапҡа аҫтына күмгәндәр. Һ. сифатында металл әйберҙәр (бысаҡ, ҡайсы, энә, уҡ башағы) киң ҡулланылған, сөнки металл, айырыуса көмөш, тылсымлы һаҡ көсөнә эйә тип иҫәпләнгән. Традицион биҙәүестәр һәм уларҙағы көмөш тәңкәләр м‑н ҡаурый ҡабырсаҡтар Һ. ролен башҡарған. Кендек бауы йәки яңы тыуған баланың плацентаһы һалынған ҡапсыҡтар, сабыйҙың йөнгә төрөлгән тәүге сәсе Һ. булып хеҙмәт иткән, уларҙы йәшереп ҡуйғандар, амулетҡа һалғандар, юлға сыҡҡанда күлдәктең яғаһына йәки кеҫәһенә теккәндәр. Төрлө үҫемлектәрҙе (мәтрүш, артыш, ҡайын бәшмәге, әлморон һ.б.) Һ. итеп өй мөйөштәренә һалғандар йәки улар м‑н өйҙө төтәҫләгәндәр. Билдәле төҫтәр (ҡыҙыл, ҡара, аҡ) Һ. функцияһын үтәгән, уларҙы өҫ һәм баш кейемен, һарауыс­тарҙы, кейеҙҙәрҙе (ҡара: Кейеҙ баҫыу), балаҫтарҙы (ҡара: Балаҫ һуғыу) һ.б. биҙәгәндә ҡулланғандар.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина