ҺАҠАЛТАЙ СӘСКӘ (Epipogium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 2 төрө билдәле, Евразияла, Африканың тропик бүлкәтендә һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда япраҡһыҙ Һ.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—25 см, ныҡ тарбаҡлы мәрйен һымаҡ тамырһабаҡлы. Һабағы мурт, һарғылт төҫтә, ҡыҙғылт һыҙыҡтары бар. Япрағы тәңкәгә оҡшаш. Сәскәһе зәңгәр күк һыҙыҡтары булған һарғылт төҫтә, һалынҡы, хуш еҫле. Ирене оҙонайған ҡыуыш үҫентеле, аҡ, өс айырсалы, 4—6 рәт ҡуйы ҡыҙыл йәки асыҡ зәңгәр күк таптары бар. Сәскәлеге — аҙ сәскәле тәлгәш. Июль—авг. (һирәк) сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Облигат микотроф (бәшмәктәр м‑н микориза барлыҡҡа килтерә), хлорофилы юҡ тиерлек. Еүеш ылыҫлы, киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Ирәмәл тауы, Көньяҡ Ҡыраҡа һырты) һәм Башҡортостандың Урал алдында (Өфө яйлаһы) һирәк осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова