“ЮЛДАШ”, кинокомплекс, ААЙ. 1957 й. Туймазы ҡ. кинотеатр булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 180 урынлыҡ кинозалы, 40 урынлыҡ видеозалы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы, бары бар. 2009 й. 1097 киносеанс үткәрелгән (11 меңдән ашыу тамашасы). Кинокомплекста кинолекторийҙар, киноуниверситет эшләгән; кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар, премьералар уҙғарылған; мәктәп программаһы б‑са фильмдар күрһәтелгән. Призывник көндәре, концерттар, кино‑дискотекалар, хәйриә һәм ғаилә киносеанстары ойошторола.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж.­ Р.Р.Абдрахманов