БАНГЕРСКИЙ Рудольф Карлович (ысын исеме Бангерскис Рудольфс; 21.6.1878, Лифляндия губ. Личкрога утары — 25.2.1958, Ольденбург ҡ. янында, ГФР, 1995 й. Ригаға күсереп ерләнгән), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы ген.‑майоры (1919), Латвия армияһы ген.‑лейт. (1927), СС группенфюреры (1943). 1904—05 йй. рус-япон, Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштарында, Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1914). 1895—1918 йй. һәм 1919—22 йй. рус армияһында, 1918 й. июль—дек. Себер армияһында, 1924—37 йй. Латвия армияһында, 1943—45 йй. СС‑та. 1918 й. авг. алып 7‑се Урал тау уҡсылары див. штабы нач., нояб. — Себер армияһында, Рус армияһының айырым Көнбайыш армияһы һәм 3‑сө армияһында 12‑се Урал уҡсылар див. нач., 1919 й. нояб. алып Өфө ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, 1920 й. мартынан — Алыҫ Көнсығыш армияһының 3‑сө Себер уҡсылар корпусы, 1921 й. авг.—нояб. Ваҡытлы Амур буйы хөкүмәте ғәскәрҙәренең 2‑се уҡсылар корпусы командиры. 1922 й. башлап Ҡытайҙа, 1923—40 йй. һәм 1941—44 йй. Латвияла, 1940—41 йй. һәм 1944 й. алып Германияла йәшәй. 4‑се дәрәжә Изге Георгий, 3‑сө дәрәжә ҡылыслы (1919), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1914) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1917), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы, 4‑се дәрәжә Изге Анна, 4‑се дәрәжә Изге Станислав орд., Хәрби ордендың ҡаһарманлыҡ билдәһе (1905), Георгий ҡоралы (1917), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Клавинг В. Гражданская война в России: Белые армии. М.; СПб., 2003.

И.Ф.Плотников, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика