ЮЛДАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 283; 1939 — 248; 1959 — 228; 1989 — 287; 2002 — 272; 2010 — 340 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Гусев урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал­ өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Мөхәмәткәрим, Нарынғазы Юлдашевтар билдәле. Шулай уҡ Ҡоҙаса булараҡ теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 48 кеше йәшәгән, 1866 й. 30 йортта — 199 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. Ю. 18 б. уртаһында нигеҙләнгән Юнай а. ҡушылған. Г.Ф.Әхмәтҡужина ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов